Хәүефһеҙлек
11 Сентябрь 2022, 09:00

Өфөлә йәнә янғын

Ут баҫҡыс майҙансығының беренсе ҡатындағы сүп-сарҙан сыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡазаланған һәм һәләк булған кешеләр бар.

Өфөлә йәнә янғынӨфөлә йәнә янғын
Өфөлә йәнә янғын

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ял көндәрендә республикала ут сығыу осраҡтары йыш теркәлде. Йома кис Өфөнөң "Меркурий" сауҙа үҙәге янды, кисә Белоретта ике кеше янғында һәләк булды. Бөгөн иһә "ҡыҙыл әтәс" Өфө ҡалаһындағы биш ҡатлы йортта ҡунаҡланы.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, кисә, Өфөнөң Октябрь проспектының биш ҡатлы йорттарының береһендә ут сығыуы тураһында хәбәр алынған. Янғын һүндереүселәр ваҡиға урынына килеп еткәс, майҙансыҡта мотороллер һәм сүп-сар яныуын күргән. Подъездан 15 кеше тиҙ арала эвакуацияланған, уларҙың бишәүһе - балалар. Янғын 23 сәғәт 08 минутта тулыһынса һүндерелгән.

Үкенескә күрә, янғын һөҙөмтәһендә 1968 йылғы ҡатындың ғүмере өҙөлгән. 1958 йылғы ир һәм беренсе ҡаттың тәҙрәһенән һикергән ҡатын зыян күргән. Улар «Ашығыс ярҙам» машинаһында 18-се ҡала дауаханаһына оҙатылған. Янғын сәбәбе асыҡлана, урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре эшләй, тип хәбәр итә  ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

Ведомство иҫкәртә: ут менән һаҡ булығыҙ, фатирҙа тәмәке тартмағыҙ, газ менән дөрөҫ ҡулланығыҙ! Бурҙан, һыуҙан ҡала, ә уттан ҡалмауын хәтерҙән сығармағыҙ. Көндәрҙең һыуытыуы сәбәпле, күптәр электр йылытҡыстары ҡуллана башланы. Уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, үҙегеҙ өйҙә булмағанда тоҡандырмағыҙ.

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас