

Башҡортостандан ҡайтып барған ғаилә кисә ҡот осҡос хәлгә тарыған. Төмән өлкәһенең урындағы дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, 11 сентябрҙә төнгө сәғәт 3-тә Екатеринбург - Төмән федераль автомобиль юлының 292-се километрында "Тойота Королла" автомобиле тупраҡ өйөмөнә инеп киткән. Юлдың был участкаһында ремонт эштәре барған. Автомобиль түңкәрелгән. Көслө бәрелешеүҙән дүрт йәшлек ҡыҙыҡай машинанан сығып осҡан. Бала авария урынында йән биргән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡыҙыҡайҙы махсус креслоһыҙ алып барғандар.
Автомобилдә Түбәнге Варта районынан бер ғаилә барған, улар Башҡортостандан өйөнә ҡайтып килгәндәр. Юл фажиғәһендә 36 йәшлек водитель һәм уның 8 йәшлек улы йәрәхәтләнгән. Балаларҙың әсәһе зыян күрмәгән. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ!
Фото: "Башинформ"