

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ведомство етәкселеге йәки хеҙмәткәрҙәре исеменән шылтыратып, шулай уҡ урынға барып, үҙҙәрен алдаҡ исем менән таныштыры, тикшереүҙәрҙе кисектереү йәки башҡа хеҙмәт тәҡдим итеп йөрөгән мутлашыусылар барлыҡҡа килгән. Хатта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары – күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эше буйынса идаралыҡ начальнигы Владимир Николаевич Горин исеменән дә йөрөгәндәр. Төрлө предприятиеларға һәм учреждениеларға ошондай алдаҡ шылтыратыуҙар булған.
Һәр енәйәтсе оҡшаш схема буйынса эш итә: улар үҙҙәрен төрлө кимәлдәге начальник итеп күрһәтеп, аҡса өсөн тикшереүҙәрҙән ҡотҡарып ҡалыуҙы тәҡдим итә. Шул уҡ ваҡытта, мәҫәлән, янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдар яңыртыуҙы талап итә тип, был мәсьәләне хәл итеү өсөн осрашыу тәғәйенләйҙәр. Был "хеҙәмәт" өсөн махсус иҫәпкә аҡса күсереүҙе йәки “яҡшы” бүләк менән иҫәпләшеүҙе тәҡдим итәләр.
Бындай енәйәтселәрҙең эшмәкәрлегенә юл ҡуймау өсөн уяулыҡты юғалтырға ярамай, ошондай шикле шылтыратыуҙар булыу менән “02” йәки “102” телефондарына, шулай уҡ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының “ышаныс” телефонына – +7 (347) 222-87-89 шылтыратырға кәңәш ителә.
Иғтибар итегеҙ: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Дәүләт янғын күҙәтеүе хеҙмәткәре махсус кейемдә булырға тейеш. Улар тикшереү ваҡытында хеҙмәт танытмаһын һәм етәксе бойороғо күсермәһен, ә Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтендә ҡаралған осраҡтарҙа иһә тикшереү үткәреүгә килешеү документы күсермәһен күрһәтеп, хеҙмәт бурыстарын үтәгән ваҡытта ғына тикшереү ойоштора ала.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы етәкселеге тураһында мәғлүмәт һәм уларҙың фотолары ведомствоның рәсми сайтында урынлаштырылған.
Фото: nurmedia.ru.