Хәүефһеҙлек
14 Сентября 2022, 16:30

Видокамералар күбәйә!

Республиканың Транспорт дирекцияһы вәкилдәре, Мәскәү өлкәһенә барып, ошо системаны файҙаланыу тәжрибәһен өйрәнеп ҡайтҡан.

Видокамералар күбәйә!Видокамералар күбәйә!
Видокамералар күбәйә!

Башҡортостанда әле юлдарҙа 1 680 фотовидеотеркәү камераһы эшләй, улар автомобиль хужаларының юл ҡағиҙәләрен нисек үтәүен күҙәтә.

Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев әйтеүенсә, тағы бер ай самаһы үтеүгә уларға яңыртылған 54 комплекс һәм ремонтланған 13 камера өҫтәләсәк.

Күптән түгел республиканың Транспорт дирекцияһы вәкилдәре, Мәскәү өлкәһенә барып, унда ошо системаны файҙаланыу тәжрибәһен өйрәнеп ҡайтҡан.

“Унда автоматик камералар тиҙлек режимын боҙоуҙы теркәп кенә ҡалмай, ә ҡаршы яҡ һыҙатҡа сығыуҙы ла, урам киҫелештәрен дөрөҫ үтмәүҙе, хәүефһеҙлек ҡайыштарының булмауын да күрә һәм тейешле урынға тапшыра”, – ти Транспорт дирекцияһы етәксеһе Мансаф Низаҡаев.

Фото: bashinform.ru

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас