

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта ошондай осраҡтар йыш күҙәтелә башланы. Кисә Өфө янындағы Михайловка ауылы янындағы юлдан автомобилдә китеп барған йәш ғаилә бәләкәй малайҙың яңғыҙ йүгереп китеп барыуын абайлап ҡала. Улар трасса буйлап йүгергән бәләкәй малайға, бәлки, ярҙам кәрәктер тип, туҡтай. Бала бер үҙе булған, ата-әсәһенен ҡайҙалығын аңлата алмаған. Шул саҡта йәштәр уны фотоға төшөрөп, туғандарын тиҙ арала табыу өсөн мессенджерҙарға һәм социаль селтәрҙәргә һалған. Шулай уҡ улар полицияға мөрәжәғәт иткән.
«Ата-әсәләрен чат ярҙамында тиҙ генә таба алдылар. Баланы яҡындағы контроль полиция пунктына илтеп ҡуйҙыҡ. Унда полиция хеҙмәткәрҙәре килгән ине. Хәҙер улар килеп сыҡҡан хәлде тикшерә», - тип хәбәр иткән «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына битараф булмаған йәш ғаилә.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә был хәлдең дөрөҫлөгө раҫланған. «Баланың ата-әсәһе менән бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре ошондай хәлдәргә юл ҡуймау өсөн иҫкәртеү эше алып бара», - тип хәбәр итәләр ведомствонан.
Балаларығыҙҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ, уларға айырыуса юлда яңғыҙ йөрөүҙең хәүефле булыуын даими иҫкәртеп тороғоҙ.
Фото: "Башинформ".