Хәүефһеҙлек
15 Сентябрь 2022, 05:00

Баҡса йортоноң яныуын күреүсе булмаған

Ә унда бер ирҙең кәүҙәһе табылған. 

Баҡса йортоноң яныуын күреүсе булмағанБаҡса йортоноң яныуын күреүсе булмаған
Баҡса йортоноң яныуын күреүсе булмаған

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә 12.30 сәғәттә Туймазы ҡалаһы янындағы «Кѳньяҡ» коллектив баҡса ширҡәтендә янып бѳткән ѳй тураһында хәбәр итәләр.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүеһе ваҡиға урынына килгәс, янып юҡҡа сыҡҡан йорттоң таҡтанан һәм 3х4 метр ҙурлыҡта булғанын билдәләй. Шулай уҡ, 1986 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла.

Был янғын тураһында ҡотҡарыусыларға алдан шылтыратыу булмаған. Тәртип һаҡлау органдары янғын сәбәптәрен асыҡлай.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.

Баҡса йортоноң яныуын күреүсе булмаған
Баҡса йортоноң яныуын күреүсе булмаған
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас