Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Туймазы районы Дуҫлыҡ ауылының Кооператив урамындағы йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр алына. "Ҡыҙыл әтәс" 6х10 метрлыҡ кирбес йортто ялмап алған була. Шылтыратыу алыныу менән ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр юллана.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был фажиғә лә ҡорбанһыҙ түгел: янған йортта 1963 йылғы ҡатын-ҡыҙҙың кәүҙәһе табылған.
Ваҡиға урынында тикшереү бара, янғын сәбәбе асыҡлана. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе эшләй. Янғындан бер ирҙең ҡотҡарылғаны билдәле. Шулай уҡ һәләк булған ҡатындың спиртлы эсемлектәр менән мауығыусы булараҡ иҫәптә торғаны ла асыҡланған.
Һыуыҡ көндәр башланып, йылытыу миҙгеле етеү менән янғындар, унда һәләк булғандар һаны бермә-бер арта. Электр йылытҡыстарын дөрөҫ файҙаланмау, электр селтәренә ҙур көсөргәнеш булдырыу янғын сәбәбенә әүерелә. Тимәк, кешеләр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә етди ҡарамай, уларҙы үтәмәй.
Янғын бәләһенән һаҡланыу өсөн республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен бер һүҙһеҙ үтәргә саҡыра. Бына улар:
– асыҡ ут сығанаҡтарын – шырпы, зажигалка, шәм, тоҡандырылған тәмәкене һаҡ ҡулланығыҙ, ятҡан ерегеҙҙә тәмәке тартмағыҙ;
– тиҙ тоҡаныусан предметтар һәм материалдар менән эшләгәндә ут яндырмағыҙ;
– электр селтәренә ҙур көсөргәнеш яһамағыҙ, электр ҡорамалдарын ҡарауһыҙ, уларҙы балаларға ышанып ҡалдырмағыҙ;
– изоляцияһы зыян күргән электр үткәргесен, үҙегеҙ эшләгән йылытыу һәм ҡыҙҙырыу ҡорамалдарын файҙаланмағыҙ;
– сатнаған урыны булған, ишеге эшләмәгән мейестәрҙән һәм каминдарҙан файҙаланмағыҙ, асыҡ ишекле мейескә яҡмағыҙ. Мейес алдына 50-гә 70 сантиметрлыҡ йоҡа тимер киҫәге ҡағығыҙ;
– мейесте артыҡ ҡыҙҙырмағыҙ, эҫе мейестә утын, кейем һәм башҡа материалдарҙы киптермәгеҙ.
Бәләкәй балалары булған ата-әсәгә айырым мөрәжәғәт итәбеҙ. Балаларҙы бер ҡасан да ут, шырпы, зажигалка менән уйнатмағыҙ. Еңел янып китеүсән материалдар һәм шыйыҡсаларҙы уларҙың буйы етмәгән урында һаҡлағыҙ. Уларға ут яғырға, уны ҡарап торорға ҡушмағыҙ.
Бөгөн кешеләрҙе янғындан ҡотҡарыусы иң файҙалы сара – янғын тураһында иҫкәртеүсе автономиялы ҡулайлама. Ул янғын сығыу менән төтөн еҫен тоя һәм ныҡ тауыш сығарып кешеләрҙе иҫкәртә.
Онотмағыҙ, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү ғүмерегеҙҙе, һаулығығыҙҙы, мөлкәтегеҙҙе һаҡлай. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!