

Автомобиль юлдарын һаҡлау, хәүефһеҙлек кимәлен күтәреү, фажиғәләрҙе кәметеү, юлды файҙаланыуға, ҡарауға киткән сығымдарҙы аҙайтыу маҡсатында, уларҙа ауырлыҡҡа контролдең автоматик пункттары файҙаланыла. Мәҫәлән, ул Өфө – Инйәр – Белорет юлының Архангел участкаһында бар. Барлығы ошондай 13 пункт иҫәпләнә.
Был пункттар транспорт сараһын автоматик рәүештә үлсәү мөмкинлеген бирә. Рәсәй Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 12.21.1-се статьяһына ярашлы, ауырлыҡты үлсәгәндә хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлһә, транспорт сараһы хужаһына 150 меңдән 500 мең һумға тиклем штраф һалынасаҡ - ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәүегеҙ һорала.
Фото: "Башинформ".