

Кисә төндә Өфөлә ҡурҡыныс авария теркәлде. Салауат Юлаев проспектында бер юлы өс машина бәрелешеп, ике кешенең ғүмере өҙөлдө.
Төнгө икенсе киткән саҡта, 26 йәшлек Өфө кешеһе BMW X3 автомобилендә Сәғит Агиш урамынан Салауат Юлаев проспектына күскән күперҙә ҡаршыһына килгән Toyota Corolla һәм Hyundai Solaris машиналарына бәрелә. Бәрелештән һуң BMW тимер сикләгестәрҙе емереп, күперҙән проспектҡа ҡолап төшә.
Бындай ҡаты бәрелеш насар тамамлана. Урында BMW водителе һәм Hyundai машинаһында ултырған пассажир һәләк була. Уның Тәтешле районынан 20 йәшлек егет булыуы асыҡлана. Ошо уҡ машинала ултырған 34 йәшлек водитель йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.
Әле был аварияның сәбәптәрен тикшереү башланған. Видеояҙмаларҙан күренеүенсә, BMW-ның тиҙлеге ҙур булған.
Фото: ЮХХДИ.