

Бөгөн иртәнсән Красноусол – Түбәнге Ташбүкән автомобиль юлының өсөнсө километрында Межгорье ҡалаһынан 64 йәшлек ир “Renault Duster” автомобилендә идараны юғалтып, юл ситенә ауа. Аварияла зыян күргән 37 йәшлек ир һәм 52 йәшлек ҡатын дауаханаға оҙатыла. Тикшереү һөҙөмтәһендә водителдең эскән килеш рулгә ултырғаны асыҡлана.
Яңауыл районында иһә Гөтбөр – Байғужа – Иҫке Уръя автомобиль юлында урындағы кеше “Лада Калина” автомобилендә юл ситенә ҡолай. Һөҙөмтәлә 45 йәшлек пассажир дауаханаға эләгә. Был водитель дә иҫерек булған.
"Эскән килеш рулгә ултырыу етди тәртип боҙоуға ҡарай. Рәсәй Федерацияһының Административ тәртип боҙоуҙар тураһындағы кодексының 12.8-се статьяһы буйынса, ә инде икенсе тапҡыр эләккәндә, Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексының 264.1-се статьяһы буйынса яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған. Тәүге тапҡыр иҫерек эләккән водителгә 30 мең һум штраф һалына һәм ул 1,5 йылға автомобилдә йөрөү хоҡуғынан мәхрүм ителә. Шулай уҡ медицина тикшереүен үтеүҙән баш тартҡандар ҙа, эскән кешегә автомобилдә йөрөргә рөхсәт биргәндәр ҙә яуаплылыҡҡа тарттырыла", – ти республиканың ЮХХДИ идаралығы етәксеһе Владимир Севастьянов.
Әйткәндәй, был аҙнала ла йома һәм ял көндәрендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре республика юлдарында көсәйтелгән режимда эшләй, рейдтарға сыға. Иҫкәртеү саралары юлдарҙа аварияларға юл ҡуймау, ҡағиҙәләрҙе боҙған водителдәрҙе асыҡлау, эскән килеш рулгә ултырғандарҙы аулау маҡсатында ойошторола.
Юлығыҙ имен булһын, ялығыҙ матур үтһен!
Фото: @bash_gibdd.