

15 сентябрҙә 20.55 сәғәттә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Стәрлетамаҡ районының Яңы Отрада ауыл биләмәһенең Мариинский ауылы эргәһендә дөйөм ҡулланыуҙа булған ерҙә үлән яныуы тураһында хәбәр итәләр. 0,7 гектар майҙандағы утты шунда уҡ һүндереп өлгөрәләр, төҙөлөш ҡорамалдары зыян күрмәй.
Ғөмүмән, әле республикала уртаса класлы янғын хәүефе һаҡлана, ә Күгәрсен, Мәләүез һәм Федоровка райондарында - бишенсе.
Дөйөм алғанда, 15 апрелдән 16 сентябргә тиклем республикала 57 урман янғыны теркәлгән, шул иҫәптән 33-ө – кешеләрҙең ут менән һаҡһыҙ эш итеүе һөҙөмтәһендә, ә ҡалғандары тәбиғи сәбәптәргә бәйле. Дөйөм алғанда, урман фондына ҡараған 290,5 гектар майҙан уттан зыян күргән.
Урман янғынын күрһәгеҙ, Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә – 8 (347) 218-14-14 йәки Урман һағының телефонына 8 (800) 100-94-00 шылтыратығыҙ.
Көндәр болотло торһа ла, ямғыр яумай, шуға ла урманда ут менән һаҡсыл эш итегеҙ.
Йортто йылытҡанда ла, мунса яҡҡанда ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Балаларҙы һәм өлкән кешеләрҙе өйҙә ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Фото: @mchsrb.