Хәүефһеҙлек
16 Сентябрь 2022, 07:25

Ул таксиҙа дауахананан ҡайтып килгән...

Шундай шәп студент егет әрәм булды.

Ул таксиҙа дауахананан ҡайтып килгән...Ул таксиҙа дауахананан ҡайтып килгән...
Ул таксиҙа дауахананан ҡайтып килгән...

15 сентябрь төнөндә Өфөлә булған ҡурҡыныс авария тураһында хәбәр иткәйнек. Унда өс машина: BMW, Solaris һәм Toyota бәрелеште. Һөҙөмтә аяныслы: ике йәш кешенең - 26 һәм 20 йәшлек егеттәрҙең ғүмере өҙөлдө.

Ҙур тиҙлектә елгән BMW ҡаршыға килгән Hyundai Solaris һәм Toyota Corolla машиналарына бәрелә. Үҙе иһә тимер күперҙең сикләгестәрен емереп, Салауат Юлаев проспектына ҡолап төшә. Был ваҡытта рулдә ултырған 26 йәшлек водитель машинаның алғы тәҙрәһенән сығып оса һәм урында һәләк була. Шулай уҡ Hyundai Solaris машинаһында китеп барған 20 йәшлек пассажир алған ауыр йәрәхәттәрҙән йән бирә.

Һуңғараҡ асыҡланыуынса, егет таксиҙа китеп барған. Такси водителе лә ауыр йәрәхәттәр алған, әле ул дауаханала ята.

"КП-Өфө” баҫмаһы был аварияның нисек булғанын һәм һәләк булған йәш егеттең кемлеген асыҡлаған.

– Беҙ авария урынында булдыҡ, ҡурҡыныс күренеш. Барыһына ла тиҙлек һәм BMW водителенең алабарманлығы ғәйепле. Әгәр ул саҡ ҡына булһа ла үҙе һәм башҡалар тураһында уйлаһа, былай килеп сыҡмаҫ ине, – тигән Өфөнән Кристина.

Һәләк булған водителдең авария ваҡытында иҫерек булғанмы-юҡмы икәнлеген медицина экспертизаһы асыҡлаясаҡ. Ә бына таксиҙа китеп барған егерме йәшлек егет айныҡ булған. Уның Тәтешле районынан Альберт А. икәнлеге асыҡланған. Егет Башҡорт дәүләт аграр университетының энергетика факультетында беренсе курста магистратурала уҡыған. Уның дуҫлашҡан ҡыҙы һөйләүенсә, был төндө уға ҡыйын булған һәм дауаханаға киткән.

– Бөйөрөм ауырта ти ине, шуға дауаханаға киткәйне. Унда уны тикшергәндәр һәм өйҙә дауаланырға тип ҡайтарғандар. Ул такси алып, кире ятаҡҡа ҡайтырға сыҡҡан ине, шул саҡта аварияға осраған да, – тип һөйләгән Алина.

Әлеге ваҡытта ҡыҙ, Альберттың туғандары һәм дуҫтары шок хәлендә. Уның курсташтары һәм вуз уҡытыусылары ла йәш егеттең һәләк булғанын бик ауыр кисерә.

–Шуны әйтке килә: Альберт бик яҡшы ул, ышаныслы егет, яуаплы студент һәм һәйбәт дуҫ ине, – тиҙәр уҡыу йортонда.

Шулай бер кешенең уйламай эш итеүе үҙенең һәм тағы бер йәш кешенең ғүмерен өҙҙө. Ә бит ҡағиҙәләрҙе үтәп кенә йөрөһә, барыһы ла яҡшы булыр ине...

Фото: "КП-Өфө". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас