

Бөгөн төндә Салауат районында ҡот осҡос юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән: сәғәт ике тирәһендә Кропачев - Мәсәғүт - Әшит юлының 49-се километрында ВАЗ-21124 автомобиле ситкә сығып осоп, электр бағанаһына бәрелгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көслө бәрелеүҙән водитель һәм уның өс пассажиры ла шул урында йән биргән.
Әле авария урынында тикшереү бара. Водителгә - 35, пассажир ҡатын-ҡыҙҙарға 37, 38, 44 йәш булған.
Һәләк булғандарҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын һаҡлағыҙ!
Фото: "Горобзор" матбуғат порталы.