Хәүефһеҙлек
17 Сентябрь 2022, 12:00

Тыныслыҡ урамында - ҙур фажиғә

Йорт хужаһы янғын эсендә ҡалған...

Тыныслыҡ урамында - ҙур фажиғәТыныслыҡ урамында - ҙур фажиғә
Тыныслыҡ урамында - ҙур фажиғә

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Туймазы районы Ғәфүр ауылының Тыныслыҡ урамындағы йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр алына.

Ҡотҡарыусылар килеп еткәндә, ут өйҙө, уның янындағы биләмәне, урамда ултырған авмомобилде ялмап алған була. Янған йортта 1967 йылғы ирҙең - хужаның үле кәүҙәһе табыла. Ваҡиға урынында тикшереү бара, ҡаза сәбәбе асыҡлана.

Һыуыҡ көндәр башланып, йылытыу миҙгеле етеү менән янғындар, унда һәләк булғандар һаны бермә-бер арта. Электр йылытҡыстарын дөрөҫ файҙаланмау, электр селтәренә ҙур көсөргәнеш булдырыу янғын сәбәбенә әүерелә. Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай, ти халыҡ. Ут менән эш иткәндә һаҡ булығыҙ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.

Фото: "Башинформ".

Тыныслыҡ урамында - ҙур фажиғә
Тыныслыҡ урамында - ҙур фажиғә
Тыныслыҡ урамында - ҙур фажиғә
Автор:Карима Усманова
Читайте нас