

Ошо көндәрҙә Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылы янында, Һаҡмар һыуһаҡлағысында балыҡсы юғалғайны. Яр буйында ирҙең автомобиле, балыҡ тотоу өсөн кәрәк-яраҡтары һәм кеҫә телефоны ғына ҡалған ине.
Уны эҙләү өсөн республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Сибай ҡалаһындағы водолаздар төркөмө эш башланы. Балыҡсыны йома киске унға тиклем тапманылар, шәмбе лә эҙләүҙәр дауам итте.
Һәм бына бөгөн күңелһеҙ яңылыҡ билдәле булды. Һыуҙан 1960 йылғы ирҙең үле кәүҙәһен сығарғандар. Уның ни сәбәпле һәләк булғаны асыҡланасаҡ. Әле был хәл буйынса тикшереү эштәре башланған.
Фото: "Башинформ".