+21 °С
Болотло


Стәрлетамаҡ ҡалаһының Коммунистик урамында урынлашҡан йорттоң ҡыйығы эсендә бетон плитәләр ишелә. Бәхеткә күрә, ҡаза күреүселәр юҡ.
Ваҡиға урынын Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш эштәрен күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты белгестәре ҡала хакимиәте комиссияһы менән берлектә тикшереп сыҡҡан, эксперттар зыян кимәлен билдәләгән. Йортҡа тиҙ арала ремонт эшләү планлаштырылған.
Фото: Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш эштәрен күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты.