

Бөгөн таң менән Башҡортостан юлдарында булған аварияларҙа өс кешенең ғүмере өҙөлдө. Был турала рәсми телеграм-каналында Башҡортостан буйынса Баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов хәбәр итте.
Өфө ҡалаһының Киров районында, Баҡалы урамында таңғы биштә бер кеше тапалып үлә. 29 йәшлек водитель “Лада Веста” машинаһында китеп барғанда йәйәүлене тапата. Ул урында йән бирә.
Водитель белдереүенсә, ул йәйәүлене күрмәй ҡала, тапатҡас, үтеп китә һәм нимә эшләгәнен аңлағас, кире әйләнеп килә. Һәләк булған кешенең кемлеге әлегә асыҡланмаған.
Тағы бер таңғы авария Баймаҡ районында булған. 24 йәшлек егет “Лада Приора” машинаһында китеп барған саҡта транспортына идараны юғалта һәм түңкәрелә. Егет урында һәләк була. Уның 24 йәшлек пассажирына медицина ярҙамы талап ителә.
Өсөнсө таңғы авария Иглин районында М5 трассаһында теркәлә. Бында иртәнге сәғәт дүрт тирәһендә ике йөк һәм бер еңел машина бәрелешә. Һөҙөмтәлә еңел автомобилдең 34 йәшлек водителе һәләк була.
Фото: ЮХХДИ.