

Уҙған йомала Дәүләкән тимер юлы үткәүелендә ҙур фажиғә булған. Урындағы халыҡ һөйләүенсә, йәш ҡыҙ тимер юлы аша үтеп барғанда, яҡынлашҡан поезды аңғармайынса, уның тәгәрмәстәре аҫтында ҡалып һәләк булған.
Шаһиттар әйтеүенсә, машинист аңғартыу сигналы биргән, албырғап ҡалған ҡыҙ туҡтаған һәм поезд аҫтына эләккән. Ул көслө бәрелеүҙән шунда уҡ һәләк булған.
- Шундай йәш кенә. Йәшәргә лә йәшәргә ине лә уға... Урыны ожмахта булһын. Ата-әсәһенә оло сабырлыҡ бирһен Хоҙай, - ти Елена исемле ҡатын.
Фажиғәне Рәсәй транспорт буйынса үҙәк ведомство-ара тәфтиш идаралығында ла раҫлағандар. Әле Тәфтиш комитеты был ваҡиға буйынса тикшереү эшен башлаған.
Фото:nashikigi.ru