Хәүефһеҙлек
19 Сентябрь 2022, 13:30

Әллә тағы янғынмы?

Ирәмәлдән 300 кешене эвакуациялағандар...

Әллә тағы янғынмы?Әллә тағы янғынмы?
Әллә тағы янғынмы?

Өфөлә "Ирәмәл" сауҙа үҙәгенән бөгөн иртән 300 кешене эвакуациялағандар, тип хәбәр итә "Горобзор".

Бинаның аҫҡы ҡатында төтөн сығыуы хаҡында янғын һүндереүселәргә 11.56 сәғәттә хәбәр килә. Баҡтиһәң, электр сымында ҡыҫҡа замыкание була. Бәхеткә күрә, ут сығып, электр щитына тоҡанмаған. Юғиһә үткән аҙнала Өфөлә "Меркурий" сауҙа үҙәгендәге янғын, "7 көн" кафеһында ут сығып, ҡала халҡын хафаға һалды.

Фото: Pixabay.com

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас