

Бөгөн социаль селтәрҙә Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов күңелһеҙ яҙма ҡалдырҙы. Унда район етәксеһе ҡайғы уртаҡлашҡан.
“Сәскә кеүек кенә сағында Мәсетле ауылында тыуып үҫкән Рәйсә Р. фажиғәле рәүештә яҡты донъянан китте. Уға ни бары 21 йәш ине. Мин Рәйсәнең ата-әсәһе, яҡындары һәм дуҫтарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Ата-әсә өсөн бик ҙур ҡайғы. Был ҙур юғалтыуҙы кисерергә уларға көс һәм сабырлыҡ юлдаш булһын”, - тип яҙҙы муниципалитет етәксеһе.
Баҡһаң, бәхетһеҙ осраҡ был шәмбелә Өфө ҡалаһында булған. “На земле Салавата” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, ҡыҙыҡайҙы күп фатирлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында тапҡандар.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул дүртенсе ҡаттағы фатирҙың тәҙрәһен йыуырға булған һәм яңылыш ҡолап төшкән. Урынға саҡырылған табиптар уның үлемен теркәгән. Рәйсәнең ата-әсәһе ҡыҙһыҙ, 11 йәшлек ҡустыһы апайһыҙ ҡалды.
Ҡыҙҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын беҙ ҙә уртаҡлашабыҙ.
Фото: "Бәйләнештә".