Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Сентябрь 2022, 20:20

Башҡортостанда тағы ла өс кеше һәләк булған

Был битарафлыҡтың һөҙөмтәһе бик аяныслы.

Башҡортостанда тағы ла өс кеше һәләк булған
Башҡортостанда тағы ла өс кеше һәләк булған

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика юлдарында үлем менән тамамланған авариялар иҫәбе арта бара. Көн дә тиерлек кемдеңдер иң яҡын кешеһен, туғанын, балаһын юғалтыуы тураһында ауыр хәбәр ишетеп торһаҡ та, был фажиғәләрҙән башҡалар һабаҡ алмаған кеүек – ҡайҙалыр ашығабыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен үтәмәйбеҙ. Был битарафлыҡтың һөҙөмтәһе бик аяныслы.

Республика ЮХХДИ идаралығы етәксеһе Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, кисә республикалағы аварияларҙа өс кешенең ғүмере өҙөлгән. Уларҙың береһе Балаҡатай районының Урғалы – Злоказово автомобиль юлында теркәлгән. 39 йәшлек ир “Урал” мотоциклында боролошта идараны юғалтып, ағасҡа бәрелә һәм һәләк була. Асыҡланыуынса, уның водитель танытмаһы булмаған. Мотоциклды августа һатып алһа ла, әлегә тиклем уны теркәмәй йөрөгән.  

Мәсетле районында Алағуҙ – Оло Ҡыҙылған юлында кис 42 йәшлек ир “Nissan Almera” автомобилендә ауған. Алған йәрәхәттәрҙән ул ваҡиға урынында уҡ йән биргән. Уның водитель танытмаһы булмаған.

Өсөнсө үлемесле авария Әбйәлил районының Атауҙы – Северный автомобиль юлында теркәлгән. Был юлы 25 йәшлек егет “Mitsubishi Lancer” автомобилендә 48 йәшлек йәйәүлене төкөткән. Һәләк булған кеше - Силәбе өлкәһенән. Ул юлдан автомобилгә ҡаршы атлап килгән, эскән булған. Әле тикшереү бара.

Тикшереүҙәр ҙә булыр, ғәйеплеләр тейешле язаһын алыр, тик өҙөлгән кеше ғүмерҙе, селпәрәмә килгән яҙмыштарҙы кире ҡайтарыу, хаталарҙы төҙәтеү мөмкин түгел - шуны аңлаһын ине рулгә ултырған һәр водитель.

Онотмағыҙ: автомобиль һәм юл хаталарҙы, битарафлыҡты ғәфү итмәй.  

Ә беҙ һеҙгә һәр саҡ имен юлдар теләйбеҙ!

Фото: скриншот @bash_gibdd видеояҙмаһынан.

Башҡортостанда тағы ла өс кеше һәләк булған
Башҡортостанда тағы ла өс кеше һәләк булған
Башҡортостанда тағы ла өс кеше һәләк булған
Башҡортостанда тағы ла өс кеше һәләк булған
Башҡортостанда тағы ла өс кеше һәләк булған
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: