Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Сентябрь 2022, 17:45

Байрам тыныс үтергә тейеш

Башҡортостан Хөкүмәтендә Республика көнөн байрам иткәндә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелде.

Байрам тыныс үтергә тейеш
Байрам тыныс үтергә тейеш

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов Республика көнөн байрам итеүгә арналған сараларҙы үткәргәндә хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙе ойоштороу буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе.

– Октябрь айында барлыҡ ҡала һәм райондарҙа Республика көнөнә арналған тантаналы саралар ойошторола. Совет майҙанында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу ағымдағы йылдың 11 октябрендә уҙғарыласаҡ төп сараларҙың береһе буласаҡ, шунда уҡ Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластарҙа уҡыған уҡыусыларҙы “Шайморатовсылар”ға бағышлау тантанаһы уҙасаҡ. Өфөгә 1000-ләгән ҡунаҡтың килеүе көтөлә. Беҙҙең бурыс – йәмәғәт тәртибен һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, – тине Ирек Сәғитов.

Кәңәшмәлә Өфөнөң һәм республиканың концерт һәм байрам майҙансыҡтарында, ауыл хужалығы йәрминкәләрен үткәргәндә, транспортта хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә бәйле мәсьәләләр тикшерелде. Медицина һәм янғынға ҡаршы хеҙмәттәрҙең әҙерлегенә айырыуса иғтибар бүленде.

Вице-премьер халыҡ күп йөрөгән урындарҙа граждандарҙың хәүефһеҙлеген һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса саралар комплексын алдан әҙерләргә һәм үткәрергә ҡушты. Шул иҫәптән саралар уҙғарылған урындарҙа комиссия тикшереүе ойошторорға, күмәк кеше ҡатнашҡан урындарҙа тәүлек әйләнәһенә видеокүҙәтеү ойоштороу өсөн “Хәүефһеҙ ҡала” аппарат-программа комплексы системаларына сираттан тыш тикшереү үткәрергә. Шулай уҡ тантаналы саралар үткәрелгән урындарҙа техник сараларҙы файҙаланып, контроль-үткәреү пункттарын һәм тикшереү режимдарын ойошторорға ҡушылды. Яуаплы ведомстволарға саралар уҙғарылған урындарҙа медицина персоналының һәм ашығыс ярҙам машиналарының, шулай уҡ янғынға ҡаршы һәм авария хеҙмәттәренең дежур итеүен тәьмин итеү бурысы йөкмәтелде.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=57315

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: