Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Сентябрь 2022, 21:15

Билдәле артист һәләк булды

Уға 56 йәш ине...

Билдәле артист һәләк булды
Билдәле артист һәләк булды

Бөгөн көндөҙ насар яңылыҡ билдәле булды: аварияла билдәле актер, Волков театрының художество етәксеһе, режиссер Сергей Пускепалис һәләк булған.

Авария иртән сәғәт 11 тирәһендә Ярослав өлкәһенең Ростов районында, М8 федераль трассаһында булған. Актер “Форд Транзит” машинаһында китеп барған һәм ҙур йөк машинаһына бәрелгән. Аварияла унан тыш водителе лә йән биргән (актер пассажир урынында барған), йөк машинаһы руле артындағы кеше йәрәхәттәр алған.

Сергей Пускепалис – совет һәм Рәсәй актеры, театр режиссеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Ярославлдә Фёдор Волков исемендәге Рәсәй дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе. Ул 70-тән ашыу фильмда һәм сериалда төштө. Улар араһында “Крик совы”, “Шифр”, Простые вещи” һәм башҡалар бар.

Фото: ruskino.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: