Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Сентябрь 2022, 20:00

Сабый алты метрлыҡ торбаға төшөп китеп...

Йәш ярымлыҡ баланы эләктереп алып та, этеп сығарып та булмай. Шуға торбаны болгарка менән ҡырҡа башлайҙар...

Сабый алты метрлыҡ торбаға төшөп китеп...
Сабый алты метрлыҡ торбаға төшөп китеп...

Кисәге кис Күгәрсен районының 1-се Төпсән ауылында йәшәгән бер ғаилә өсөн саҡ фажиғә менән тамамланмаған. Йәш ярымлыҡ малай алты метр оҙонлоғондағы тимер торбаға төшөп китә. Ҡотҡарыусылар ярҙамында ғына ҙур бәләгә юл ҡуйылмай.

Ата-әсә үҙ эше менән булған саҡта йәш ярымлыҡ малай иҙәндә шыуышып уйнап йөрөй. Кухня бүлмәһенең иҙәнендә ярыҡ күреп ҡала һәм уны яҡынданыраҡ ҡарарға була, күрәһең. Әммә көтмәгәндә ундағы торба эсенә ҡолай. Быны күреп ҡалған ата-әсә шунда уҡ ҡотҡарыусыларҙы саҡырта.

Урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы белгестәре юллана. Улар баланың диаметры ни бары 30 сантиметр булған алты метрлыҡ торбаға төшөп киткәнен асыҡлай. Элегерәк ул скважина булған, тик хәҙер файҙаланмағандар, әммә ярыҡты ҡаплап ҡуймағандар.

Бәхеткә күрә, бала торбаға ҡулдары менән өҫкә төшөп киткән һәм аңын юғалтмаған. Башы менән төшһә, эҙемтәнең күпкә ҡурҡыныс булыуы ихтимал ине. Шулай ҙа сабыйҙы сығарыу еңел бирелмәй. Малай яҡынса торбаның уртаһында ҡыҫылып ҡалған, уны эләктереп алып та, этеп сығарып та булмай. Һөҙөмтәлә ҡотҡарыусылар иҙәнде емереп, торбаны һөйрәп сығара һәм уны ипләп кенә болгарка менән ҡырҡа. Тимер ҡыҙып, баланы бешермәһен өсөн даими рәүештә һыу һибеп торалар, ә әсәй кеше был саҡта улын тынысландыра. Ике сәғәт тигәндә малайҙы ҡотҡаралар. Урынға саҡырылған табиптар уны шунда уҡ тикшерә һәм дауаханаға алып китә. Бала өшөй, ҡурҡа, тәне әҙерәк һыҙырыла. Уны бер нисә көн дауаханала тотоп, тикшерергә ҡарар итәләр.

Бәлә аяҡ аҫтында. Бала булған өйҙә айырыуса һаҡ булырға кәрәк.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.

Сабый алты метрлыҡ торбаға төшөп китеп...
Сабый алты метрлыҡ торбаға төшөп китеп...
Сабый алты метрлыҡ торбаға төшөп китеп...
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: