Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
22 Сентябрь 2022, 18:30

Иң шәп йөк машинаһы водителе ҡайҙа йәшәй?

Конкурс һөҙөмтәләренә килгәндә...

Иң шәп йөк машинаһы водителе ҡайҙа йәшәй?
Иң шәп йөк машинаһы водителе ҡайҙа йәшәй?

20 сентябрҙә Өфөлә “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ -ара конгресы майҙансығында “Иң яҡшы йөк машинаһы водителе” Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсына йомғаҡ яһалды. Ул “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыу саралары планына ярашлы уҙғарылды.

Ҡатнашыусыларҙы һәм еңеүселәрҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер–министры урынбаҫары Алан Марзаев һәм башҡа рәсми вәкилдәр тәбрикләне.

“Барлыҡ ҡатнашыусылар һөнәри оҫталыҡҡа тикшереү, теория белеме, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеү буйынса һынауҙарҙы лайыҡлы үтте. Шулай ҙа яҡшылар араһында ла алдынғылар була. Новосибирск, Сорғот, Екатеринбург, Түбәнге Новгород, Череповец, Липецк – был ҡалалар үҙҙәрендә Рәсәйҙә иң оҫта йөк машиналары водителдәре булыуы менән ғорурлана ала”, - тине Алан Марзаев.

Өс көн дауамында илдең 30 ҡалаһынан һәм муниципаль берәмектәрҙән 50-нән ашыу водитель йөк машинаһы йөрөтөүҙә оҫталығын, белемен күрһәтте. Ярыштар ике категорияла үтте: ун тоннаға тиклем һәм унан күберәк. Бынан тыш, ярыш программаһына “Нескә йөк” модуле лә инде, был трасса буйлап бик һаҡсыл хәрәкәтте талап итте.

10 тоннаға тиклем категорияла 1-се урынды яулап, 300 мең һум аҡса менән Липецк ҡалаһынан Александр Климов бүләкләнде. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Череповец, Түбәнге Новгород ҡалаларынан килгән водителдәр бүлеште. Ун тоннанан ашыу автомобиль категорияһында беренселекте Екатеринбургтан Сергей Андрианов алды, ул да 300 мең һумлыҡ бүләккә эйә булды. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Сорғот, Новосибирк водителдәре яуланы.

Шулай уҡ махсус бүләккә эйә булыусылар ҙа тәбрикләнде.

Фото: "Башинформ".

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: