Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
22 Сентябрь 2022, 11:00

Төтөн баҫҡан өйҙә оло йәштәге инәй табылған...

Янғын Мәләүез ҡалаһында теркәлгән. Ут арҡаһында ғүмере өҙөлгәндәр бар...

Төтөн баҫҡан өйҙә оло йәштәге инәй табылған...
Төтөн баҫҡан өйҙә оло йәштәге инәй табылған...

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Мәләүез ҡалаһының  Октябрь урамындағы туғыҙ ҡатлы йортта ут сығыуы тураһында хәбәр алына. Ваҡиға урынына тиҙ арала 28-се янғын һүндереүсе һәм 12 берәмек махсус техника ебәрелә. Улар килгәндә 8-се ҡаттағы фатирҙан төтөн сығыуы күҙәтелә. Янғын майҙаны 13 квадрат метрлы бүлмәлә сыҡҡан, 17:41-ҙә һүндерелгән.

Ҡотҡарыусылар төтөн эсенән оло йәштәге ҡатынды алып сыҡҡан. Ул иҫән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын урынында ике кешенең кәүҙәһе табылған. Үле килеш табылған ир һәм ҡатындың шәхестәре асыҡлана, ваҡиға урынында тикшереү эше бара.

Һыуыҡ көндәр башланып, йылытыу миҙгеле етеү менән янғындар, унда һәләк булғандар һаны бермә-бер арта. Электр йылытҡыстарын дөрөҫ файҙаланмау, электр селтәренә ҙур көсөргәнеш булдырыу янғын сәбәбенә әүерелә. Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай, ти халыҡ. Ут менән эш иткәндә һаҡ булығыҙ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: