Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
23 Сентябрь 2022, 14:22

Күҙҙәр ҙә ял һорай

Күреү һәләтен һаҡлау мөһим.

Динә АРЫҪЛАНОВАаvaclinic сайтынан.
Фото: Динә АРЫҪЛАНОВАаvaclinic сайтынан.

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ғилми-тикшеренеү үҙәге белгесе Марина Петрачкова балаларҙың күреү һәләтен һәм сәләмәтлеген һаҡлау тураһында кәңәштәре менән уртаҡлашты.

– Балаларҙың күреү һәлә­тенең насарланыуы ғәҙәти хәлгә әүерелде. Сәбәбе йыш ҡына күрәшлеккә йәки миопияға бәйле. Сир башлыса мәктәп йылдарында үҫешә. Бының менән мәктәпте тамамлаусыларҙың 25-30 проценты яфалана, йыл һайын уға дусар балалар һаны ла арта. Башланғыс кластарҙа уҡыусыларҙың күрәшлек йышлығы алты-һигеҙ процент тәшкил итһә, өлкән кластарҙа 25-30 процентҡа етә.

Уҡыу йылында күҙҙәргә төшкән юғары көсөргәнеш арыта, астенопия башлана. Төп билдәләре – күреү һәләтенең насарланыуы, баш ауыртыуы, күҙҙәрҙең әсетеп яфалауы, шуға күрә уҡыу йылы башланыр алдынан офтальмологка күренеү бик мөһим, сирҙе иҫкәртеү һәр саҡ еңелерәк. Һуңғы ун йылда миопия патологияһының киң таралыуы билдәле, ул айырыуса 7–15 йәшлек балаларҙа йыш осрай.  

Бер нисә ябай ғына ҡағи­ҙә­не үтәү ҙә күҙҙәрҙең сәләмәтлеген һаҡ­ларға ярҙам итәсәк: гаджет­тар­ҙы уйлап, сама менән файҙа­ланыу, балаға уңайлы ял һәм эш урыны әҙерләү, саф һауала күберәк йөрөү.

Ваҡытынан алда күреү һәләте насарланмаһын өсөн, күҙҙәрҙе ультрафиолет нурҙа­рынан һәм яҡты­лыҡтың тура төшөүенән һаҡларға кәрәк. Рулдә барғанда, пляжда ял иткәндә махсус ҡара күҙлек кейергә тәҡдим ителә. Смартфон, компьютер экрандары артыҡ яҡты булмаһын. Ҡала фатирҙарында һауаның ҡоро булыуы күҙҙәргә насар йоғонто яһай. Тәбиғәттә ял итеү күҙҙәрҙәге көсөргәнеште йомшарта, баш мейеһен кислородҡа байыта.

Тәмәке тартыу һәм алкоголь күреү нервыһын зарарлай, күҙҙәр­ҙең селтәрле шекәрәләге ҡан әйләнешен боҙа. Тимәк, сәләмәт­леккә зыян килтергән насар ғәҙәттәрҙән арыныу урынлы.

Организмға витаминдарҙың тейешле кимәлдә инеүе лә мөһим. Айырыуса А, Е, С витаминдары тупланған аҙыҡтар файҙалы. Кишер, ҡарағат, ҡара көртмәле – шулар иҫәбендә.

Офтальмологта даими рәүештә тикшеренеү үтеү күҙ сирҙәренең аҙыуына кәртә булып тора. Мәғлү­мәттәрҙән күренеүенсә, ауырыуҙар күҙ табибына ваҡытында мөрәжәғәт иткәндә һуҡырлыҡ осраҡтарының 80 процентын булдырмаҫҡа, дауалау өсөн тейешле сараларҙы һайлап алырға һәм күреүсәнлектең насарланыуын аҡрынайтырға мөмкин.

 Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: