Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
23 Сентябрь 2022, 17:45

Юлда хәүеф янамаһын

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы һорау алыу үткәрә. 

Юлда хәүеф янамаһын
Юлда хәүеф янамаһын

23 сентябрҙән 2 октябргә тиклем Башҡортостанда мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балаларҙың ата-әсәләрен “Баланың мәктәпкә барғанда юл ни тиклем хәүефһеҙ?” аноним һорау алыуҙа ҡатнашырға саҡыралар.

Ойоштороусыһы – Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы. Алынған яуаптарға анализ яһаласаҡ, кәрәк булғанда йәмәғәт тикшереүҙәре ойоштороласаҡ. Йомғаҡтар буйынса профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар, шулай уҡ республиканың муниципаль берәмектәре хакимиәттәре ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл үткәреләсәк.

Ата-әсәләргә алты ябай һорауға яуап бирергә кәрәк, уларҙың һуңғыһында билдәле бер участкала мәктәпкә йәки балалар баҡсаһына тиклем баланың юл хәүефһеҙлеген тәьмин итеү тураһында фекер яҙырға мөмкин.

Һорау алыуҙа ҡатнашыу өсөн һылтанма: https://forms.gle/w7SQCvxGGoSswMSU6

Фото: school230.ru

Юлда хәүеф янамаһын
Юлда хәүеф янамаһын
Юлда хәүеф янамаһын
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: