Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Сентябрь 2022, 17:45

Бер ир һәм ҡатын һәләк булған

Кисә Шаран һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында үлемесле юл-транспорт ваҡиғалары теркәлгән.

Бер ир һәм ҡатын һәләк булған
Бер ир һәм ҡатын һәләк булған

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ял көндәрендә республика юлдарында авариялар һаны кәмемәне. Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, шәмбе көнө Шаран һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында үлемесле юл-транспорт ваҡиғалары теркәлгән. Аварияла Стәрлетамаҡта йәшәгән 46 йәшлек ир һәләк булған. 14-се "Лада" автомобилендә ул Олокүл-Ҡабаҡ-Һыуыҡ Шишмә автомобиль юлы буйлап китеп барған һәм боролошта идара итеү һәләтен юғалтҡан, тип фаразлана. Автомобиль юлдан ситкә осҡан, водитель алған йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында вафат булған. 

Киске сәғәт 9-ҙар тирәһендә Бәләбәй-Николаевка-Туймазы-Баҡалы автомобиль юлының 7-се саҡрымында Миәкә районында йәшәгән 72 йәшлек ир рулдә 60 йәшлек ҡатынды тапатҡан. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул юлды рөхсәт ителмәгән урындан сығып барған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатын ваҡиға урынында йән биргән. 

Ике бәхетһеҙ осраҡ буйынса ла тикшереү эштәре башланған. Авария сәбәптәре асыҡлана. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ!

Фото: "Башинформ".

Бер ир һәм ҡатын һәләк булған
Бер ир һәм ҡатын һәләк булған
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: