Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Сентябрь 2022, 20:00

Бер тәүлектә - 15 авария!

Әйтеүенсә, ул ныҡ ҡурҡҡан, шунлыҡтан авария урынынан ҡасып киткән...

Бер тәүлектә - 15 авария!
Бер тәүлектә - 15 авария!

Республикала бер тәүлектә 15 автомобиль аварияһы теркәлгән. Унда дүрт кеше һәләк булған, 15-е төрлө тән йәрәхәттәре алған.

Ишембайҙа 46 йәшлек ир йөрөткән Renault Sandero һәм 40 йәшлек водитель идара иткән Chevrolet Aveo автомобилдәре бәрелешкән. Һөҙөмтәлә тәүгеһенең водителе ваҡиға урынында уҡ һәләк булған. Икенсе водителгә һәм 61, 13 йәшлек пассажирҙарға медицина ярҙамы талап ителгән.

Әлшәй районында - Стәрлетамаҡ - Раевка юлының 51-се километрында - "Лада Приора"лағы 53 йәшлек Стәрлетамаҡ кешеһе, идараны юғалтып, юлдан ситтәге бетон блокка барып бәрелә. Һөҙөмтә бик аяныслы - водитель үҙе лә, уның 53 йәшлек пассажиры ла шул урында уҡ һәләк була.

Өфө районында Өфө - Шишмә юлының 7-се километрында билдәһеҙ водитель 50 йәшлек йәйәүлене тапатып ҡасҡан. Бәрҙерелгән ир алған ауыр яраларҙан ваҡиға булған ерҙә үк йән биргән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең оператив эш итеүе арҡаһында күпмелер ваҡыттан һуң кеше тапатҡан водитель табылып, ҡулға алынған. Ул - Chevrolet Niva автомобиленә идара иткән 29 йәшлек Шишмә районы кешеһе. Ирҙең әйтеүенсә, ул ныҡ ҡурҡҡан, шунлыҡтан авария урынынан ҡасып киткән.

Һәр юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү эштәре башланған.

Водителдәргә иғтибарлылыҡты һәм уяулыҡты бер мәлгә лә юғалтмаҫҡа, юл ҡағиҙәләрен, бигерәк тә тиҙлек режимын теүәл, аныҡ үтәргә, башҡа кеше ғүмерҙәре өсөн дә яуаплы булыуҙарын онотмаҫҡа саҡыра Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы.

Фото: ЮХХДИ.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: