Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Сентябрь 2022, 15:40

Күршеләрҙең ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ

Ҡорбандар һаны 13-кә етте. Етәүһе - балалар... 

Күршеләрҙең ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ
Күршеләрҙең ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ

Бөгөн күршеләргә ҙур бәлә килде. Удмурт Республикаһының Ижевск ҡалаһындағы 88-се мәктәпткә бер ир килеп атыш ойошторған. Һөҙөмтә аяныслы: һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 13 кешенең ғүмере өҙөлгән. Уларҙың етәүһе – балалар. Шулай уҡ һаҡсылар, уҡытыусыларҙың ғүмере өҙөлгән. Бынан тыш, атыш ойошторған ир үҙенә ҡул һалған. 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Удмуртия халҡының ҡайғыһын уртаҡлашты.

“Күршеләребеҙҙә ҡот осҡос ҡайғы килде – Ижевскиҙағы мәктәпкә һөжүм ителде. Яраланыусылар һәм һәләк булыусылар, балалар һәм өлкәндәр бар. Республикабыҙ халҡы исеменән ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ. Көс һәм түҙемлек теләйем. Башҡортостан һеҙҙең менән. Беҙ һәр төрлө ярҙам күрһәтергә әҙер”, – тип яҙҙы ул.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: