Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Сентябрь 2022, 15:35

Кәңәшмә бер минутлыҡ тынлыҡтан башланды

Республика мәктәптәрендә даими рәүештә юғары кимәлдәге контроль булырға тейеш. 

Кәңәшмә бер минутлыҡ тынлыҡтан башланды
Кәңәшмә бер минутлыҡ тынлыҡтан башланды

Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған аҙналыҡ кәңәшмәһе бер минутлыҡ тынлыҡтан башланды. Билдәле булыуынса, бөгөн күршеләребеҙгә – Удмурт Республикаһына ҙур ҡайғы килде. Бер әҙәм Ижевск ҡалаһының 88-се мәктәбенә килеп атыш ойошторған. Һөҙөмтәлә, һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 13 кешенең, шул иҫәптән ете баланың ғүмере өҙөлгән.

– Ҡот осҡос фажиғә, беҙ туғандаш халыҡтың ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алайыҡ, – тине Радий Фәрит улы.

Бер минут тынлыҡтан һуң, республика етәксеһе Удмуртиянан коллегалар менән бәйләнешкә сығырға һәм, кәрәк булһа, ярҙам итергә ҡушты.

Шулай уҡ республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажинға кәңәшмәнән һуң коллегия йыйырға ҡушты.

– Контролде көсәйтегеҙ тип әйтмәйем, ул һәр ваҡыт юғары кимәлдә булырға тейеш. Хәлде анализлағыҙ, мәсьәләне тикшерегеҙ. Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлаясаҡ. Иғтибарлы булығыҙ, – тине ул.

Фото: studychinese.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: