Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
27 Сентябрь 2022, 11:00

Ижауҙағы атыш ҡорбандары 17-гә етте

Удмуртияла - дүрт көнлөк матәм... 

Ижауҙағы атыш ҡорбандары 17-гә етте
Ижауҙағы атыш ҡорбандары 17-гә етте

Кисә күрше Удмуртия Республикаһының Ижау ҡалаһында булған фажиғә бар илебеҙҙе тетрәндергәйне. Бер ир дәрестәр ваҡытында мәктәпкә инеп, атыш ойошторҙо. Вәхши ҡулынан балалар ҙа, өлкәндәр ҙә һәләк булды.

Тәүге мәлдә - алты, аҙаҡ 13 ҡорбан тураһында хәбәр итәләр ине. Бөгөн иһә һәләк булғандар һаны артты һәм 17-гә етте. Был турала Удмуртия буйынса Тәфтиш комитеты хәбәр итә. Вафат булғандарҙың 11-е балалар, ҡалған алтыһы өлкәндәр. Улар араһында һаҡсылар ҙа, уҡытыусылар ҙа бар.

Фажиғә Ижау ҡалаһының 88-се урта мәктәбендә булды. Күп тә үтмәй енәйәтсенең кемлеге асыҡланды. Ул – 1988 йылғы Артем исемле егет. Ҡасандыр ошо мәктәпте тамамлаған булған. Кешеләрҙе атып сыҡҡандан һуң, ул үҙ-үҙенә ҡул һалған.

Һуңғараҡ асыҡланыуынса, ир психиатрия иҫәбендә торған һәм шизофрения менән сирләгән. Дәүләт Думаһының мәғлүмәт сәйәсәте буйынса комитеты етәксеһе Александр Хинштейн белдереүенсә, енәйәтсенең ҡулында ике травматик пистолет булған. Ир уны хәрби ҡоралға әйләндереп алған.

Әле Удмуртияла дүрт көнлөк матәм көнө иғлан ителде. Беҙ ҙә күршеләребеҙ менән бергә ҡайғырабыҙ, бындай фажиғәләр башҡа булмаһын тип теләйбеҙ.

Фото: interfax.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: