Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
28 Сентябрь 2022, 19:09

Иң мөһиме – балалар хәүефһеҙлеге

Алдан иҫкәртеүгә етмәй.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Учалы районында йыл һайын сентябрҙә хакимиәт башлығының ҡарары менән балалар именлеге айлығы иғлан ителә. Уға ярашлы, бөтә мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында янғын, һыу һәм юл хәүефһеҙлеге буйынса класс сәғәттәре, факультативтар, конкурстар, викториналар һәм башҡа саралар үткәрелә.

 

Юл инспекторҙары, полиция һәм янғын һағы хеҙмәткәрҙәре саҡырыла. Ҡоро һүҙ генә булмаһын өсөн, уҡыусылар юл-транспорт, янғын һәм башҡа һәләкәт ҡорбандарына медицина ярҙамы күрһәтеүҙең ғәмәли алымдарына төшөнә. Һәр балаға аныҡ осраҡта үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген аңлатҡан листовкалар әҙерләнә һәм таратыла. Бөтә сараларҙан балаларға иң оҡшағаны – традицияға ингән “Хәүефһеҙлек көнө”.

Быйыл да был көндә ҡаланың Мәҙәниәт һәм ял паркы алдында тормош хәүефһеҙлеген тәьмин иткән техника күргәҙмәһе ойошторолдо. Сигнализация ҡабыҙып урамдан үткән янғын һүндереүселәрҙең, Эске эштәр министрлығы, Росгвардия хеҙмәткәрҙәренең, тау ҡотҡарыусы­ларының, “Ашығыс ярҙам”, Газ хеҙмәтенең авария бригадаһының, ДОСААФ автомәктәбенең, ветеринария станцияһының һәм башҡа хеҙмәттәрҙең техникаһына ҡала халҡы тәүге йылдарҙа шомланы­быраҡ ҡарай ине, хәҙер барыһы ла ниндәй мөһим сара уҙғарылыуы хаҡында хәбәрҙар.

Сараны ойоштороусылар мәктәп уҡыусыларына һәм балалар баҡса­ларында тәрбиәләнеүселәргә махсус машиналарҙың һәм ҡорамалдарҙың ниндәй осраҡта нисек ҡулланылыуы тураһында ентекле һөйләне. Балалар техниканы ситтән генә ҡарап ҡалманы, теләүселәр махсус маши­на­ларға ултырып, үҙен ҡотҡарыусы ролендә күҙ алдына килтерҙе. Улай ғына түгел, ҡайһы берәүҙәр ҡотҡа­рыусыларҙың махсус кейемдәрен дә кейеп ҡараны.

Учалы үҙәк дауаханаһы хеҙмәт­кәрҙәре, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙ­ҙәре уҡытыусылары балаларға тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү алымдарын аңлатты. Янғын-ҡотҡарыу часы хеҙмәткәрҙәренең импрови­зацияланған янғынды һүндереүен балалар иғтибар менән күҙәтте. Башҡа хеҙмәт вәкилдәре лә эш нескәлектәрен аңлатты – газды көнкүрештә хәүефһеҙ ҡулланыу, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен балалар иғтибар менән тыңланы.

– Яңы уҡыу йылында мәктәпкә уҡырға барыу ғына түгел, төрлө түңәрәктәргә, секцияларға йөрөү, ата-әсә көн буйы эштә булғас, өйҙә башлыса яңғыҙ булыу осоро башлана. Йәй дауамында күп кенә бала хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотоп өлгөрә, иғтибары кәмей. Шул арҡала, бигерәк тә уҡыу йылы башланған осорҙа, күңелһеҙ ваҡиғалар ҙа теркәлә. Балаларҙың именлеге – тәү сиратта ололарҙың намыҫында.

“Хәүефһеҙлек көнө”нөң төп маҡсаты – балаларҙы имен тормош ҡағиҙәләренә өйрәтеү, ә ололарға өйҙә, мәктәптә, юлдарҙа, урамдарҙа балаларҙың именлеге өсөн улар яуап­лы икәнлеген тағы бер тапҡыр иҫтәренә төшөрөү, – тине район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Гүзәлиә Шәғәлина.

“Хәүефһеҙлек көнө” балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Янғын һүндереүселәрҙең, ҡотҡарыусы­ларҙың эш алымдары менән танышып, ҡайһы берҙәре киләсәктә тап шундай һөнәр эйәһе булырға ҡарар итә.

– Янғын һүндереү автомобиленә ултырып ҡараным. Ҙурайғас, мотлаҡ ҡотҡарыусы һөнәрен һайлаясаҡмын, – тине ҡаланың 5-се мәктәбе уҡыу­сыһы – 12 йәшлек Данил Зәйнуллин.

Ә “Ашығыс ярҙам” машинаһы эргәһенә күберәк ҡыҙҙар йыйылды. “Ғүмерҙе һаҡларға өйрән!” майҙан­сығын да уратып алдылар.

– Күптән табип булырға хыялланам. Кеше ғүмерен һаҡлау, ауырыу­ҙарҙы дауалау – изге эш тип һана­йым. Бөгөнгө сарала күп нәмәгә өйрәндем. Бигерәк тә яһалма һулыш алыу алымдарына ентекле төшөндө­рөүҙәре оҡшаны, – ти 10-сы класс уҡыусыһы Юлиә Мөхәмәтова.

“Хәүефһеҙлек көнө”ндә уҙғарыл­ған сараларҙы ҡарарға ата-әсәләр ҙә йыйылды.

– Балаларыбыҙҙың именлеге тәү сиратта беҙҙең, ололарҙың, намы­ҫында. Ата-әсәләр, педагогтар ғына түгел, һәр кем быны аңларға тейеш. Тыныс булмаған, ығы-зығылы заманда йәшәйбеҙ. Хәүеф-хәтәр балаларыбыҙҙы һағалап ҡына тора. Ошондай сараны ойош­тороу­сыларға ҙур рәхмәт, – тине өс бала әсәһе Зөлфиә Кәримова.

Был көндә балаларға тормош хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре буйынса төрлө викториналар, конкурстар ойошторолдо. Хореография, спорт коллективтарының сығыштары сараны тағы ла йәнләндереп ебәрҙе.

Римма СОЛТАНОВА

Читайте нас: