Хәүефһеҙлек
28 Сентябрь 2022, 04:00

Иң яҡшы водолаз-ҡотҡарыусылар асыҡланды

Ярышта Сибай ҡалаһының төбәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды егеттәре еңде 

Иң яҡшы водолаз-ҡотҡарыусылар асыҡландыИң яҡшы водолаз-ҡотҡарыусылар асыҡланды
Иң яҡшы водолаз-ҡотҡарыусылар асыҡланды

Өфө районындағы Жуков карьерында БР Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте эҙләү-ҡотҡарыу отрядтарының водолаз станциялары араһында ярыштар үтте.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, беренсе урында - Сибай төбәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды, икенсене - Үҙәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды алһа, өсөнсө урынға Белорет отряды лайыҡ булған.

Күмертау отряды иң техник команда булараҡ Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ҡотҡарыусылары - Борис һәм Николай Исакиндар исемендәге махсус приз менән бүләкләнгән, улар бөтә этаптарҙа ла иң аҙ штраф йыйған.

Фото: "Башинформ"

Иң яҡшы водолаз-ҡотҡарыусылар асыҡланды
Иң яҡшы водолаз-ҡотҡарыусылар асыҡланды
Автор:Карима Усманова
Читайте нас