Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Октябрь 2022, 21:30

Ике бала ағыуланған...

Күңелһеҙ ваҡиға  Әбйәлил районында булған.

Ике бала ағыуланған...
Ике бала ағыуланған...

"Башинформ" матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, бөгөн, 3 октябрҙа, Әбйәлил районында иртән ике бала, 11 һәм 14 йәштәгеләр, ашығыс рәүештә урындағы дауаханаға оҙатылған.

Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, улар нисектер бензин менән ағыуланған. Балаларҙы медицина учреждениеһына уртаса ауырлыҡтағы хәлдә алып килгәндәр. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, пациенттарҙың хәле ҡәнәғәтләнерлек.

"Улар аңында, балалар бүлексәһендә ята. Һаулыҡ торошо ҡәнәғәтләнерлек. Балалар нефть продукттарының токсик тәьҫиренә дусар булған - бензин парын еҫкәгән", - тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Әле хоҡуҡ һаҡлаусылар ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.

Фото: egoradmin.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: