Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
4 Октябрь 2022, 10:30

Йәйәүлене абайламаған...

Кисә кис Яңауыл районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән

Йәйәүлене абайламаған...
Йәйәүлене абайламаған...

Уҙған тәүлектә республика юлдарында бөтәһе туғыҙ автомобиль аварияһы теркәлгән, һөҙөмтәлә бер кешенең ғүмере өҙөлгән, тағы һигеҙе йәрәхәтләнгән.

Республика ЮХХДИ идаралығы етәксеһе үҙенең "Телеграм-каналы"нда хәбәр итеүенсә, кисә Яңауыл районында үлемесле авария булған.

«Яңауыл районында киске һигеҙҙәр тирәһендә Нефтекама - Яңауыл автомобиль юлының 37-се саҡрымында 33 йәшлек ҡатын руль артында Яңауылда йәшәгән 38 йәшлек ирҙе тапатҡан. Йәйәүле алған йәрәхәттәренән ваҡиға урынында йән биргән. Водитель һүҙҙәренсә, ир кеше юл уртаһынан эйәрсен йүнәлештә кейемдә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтарһыҙ барған».

Ваҡиға урынында тикшереү бара, авария сәбәптәре асыҡлана.

Хөрмәтле водителдәр, һеҙҙе юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, уяулыҡты юғалтмаҫҡа саҡырабыҙ.

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: