Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Октябрь 2022, 12:00

Иген тейәлгән машина янған

Ҡапыл иген тейәлгән "КамАЗ" автомобиле һәм ике гектар баҫыу янған...

Иген тейәлгән машина янған
Иген тейәлгән машина янған

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан белдереүҙәренсә, кисә Салауат районында баҫыуҙа иген тейәлгән "КамАЗ" автомобиленә ут тоҡаныуы тураһында хәбәр алына.

Ваҡиға урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре, Миәшәгәр ауыл биләмәһенең ирекле янғын һүндереү командаһы һәм «Үҙәк» МТС-ы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһынан вәкилдәр ебәрелә. Улар Һарғамыш ауылынан 10 саҡрым алыҫлыҡта ике гектар майҙанда төпрә ҡалдыҡтарының һәм арбаһына иген тейәлгән "КамАЗ" автомобиленең яныуын асыҡлай.

Янғынды ике сәғәттән аҙыраҡ ваҡытта һүндергәндәр, артабан ут таралмаған. Бәхеткә күрә, бер кем дә зыян күрмәгән. Белгестәр ғәҙәттән тыш хәл сәбәптәрен асыҡлай. Янғынды Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе тикшерә.

Ут менән һаҡ булығыҙ!

Фото: "Башинформ".

Иген тейәлгән машина янған
Иген тейәлгән машина янған
Иген тейәлгән машина янған
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: