Хәүефһеҙлек
7 Октябрь 2022, 08:30

Башҡортостан менән Силәбе араһында...

Русланды 29 сентябрҙн бирле таба алмайҙар

Башҡортостан менән Силәбе араһында...Башҡортостан менән Силәбе араһында...
Башҡортостан менән Силәбе араһында...

“Лиза Алерт” эҙәрмәндәр отряды Башҡортостан кешеһе, 34 йәшлек Руслан Миңлеғоловтың ғәйеп булыуы тураһында хәбәр итә. Ирҙең яҡындары 29 сентябрҙән бирле уның ҡайҙалығы тураһында белмәй.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Руслан йә Башҡортостандың Учалы ҡалаһында, йә Силәбе өлкәһенең Ларино ауылында булыуы ихтимал.

Эҙәрмәндәр хәбәр итеүенсә, ир мыҡты кәүҙәле, буйы 176 сантиметр, күҙҙәре көрән төҫтә.

Юғалған көндө ул ҡара толстовка, ҡара кроссовки һәм асыҡ йәшел төҫтәге салбар кейгән булған.

Әгәр уны күреүселәр булһа 8 800 700 54 52 телефоны буйынса хәбәр итеүегеҙ һорала.

Фото: "Лиза Алерт". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас