Хәүефһеҙлек
7 Октябрь 2022, 07:15

Хәрәкәттә сикләүҙәр бар

Павловка судоходство шлюзында ремонт сәбәпле, юл хәрәкәтенә ваҡытлыса сикләүҙәр индерелә

Хәрәкәттә сикләүҙәр барХәрәкәттә сикләүҙәр бар
Хәрәкәттә сикләүҙәр бар

 

Нуриман районының Павловка ауылындағы Павловка шлюзы күперен капиталь ремонтҡа ябыу планлаштырыла.

 Был эштәр быйыл 23 октябрҙән алып 2023 йылдың 5 апреленә тиклем алып барыласаҡ.   

Реконструкция 2024 йылға тиклем магистраль инфраструктураны модернизациялау һәм киңәйтеү комплекслы планының транспорт өлөшөндәге  “Эске һыу юлдары”  федераль проекты сиктәрендә башҡарыла.

Реконструкцияның маҡсаты – шлюздың техник торошон тергеҙеү һәм уның хәүефһеҙлек кимәлен күтәреү.

Павловка ауылының  Павловка судоходство шлюзында механик ҡорамалға капиталь ремонт үткәреү сәбәпле, быйыл 23 октябрҙән киләһе йылдың 5 апреленә саҡлы транспорттың барлыҡ төрҙәренә хәрәкәт ябыласаҡ. Павловка ауылындағы  судоходство шлюзында боролош күпере аша үтеү ике йүнәлештә лә ябыласаҡ.

 Өфөнән Павловка ауылына М5 марштуры буйынса үтергә мөмкин: Иглин  - Красная горка – Павловка. Водителдәргә был йәһәттән юл буйындағы мәғлүмәт баннерҙарына иғтибар итеү мөһим.

 Павловка шлюзы  - белеүебеҙсә, Европалағы иң юғары баҫымлы шлюз. Объект 1953 йылда төҙөлгән, ләкин бетонды һалыу технологияһы боҙолоуы арҡаһында 1962 йылда ғына сафҡа индерелгән. Шул ваҡыттан даими ремонтланып тотороҡло эше тәьмин ителә.  

 

 

 

 

 

Хәрәкәттә сикләүҙәр бар
Хәрәкәттә сикләүҙәр бар
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас