

Быйылғы янғын хәүефе миҙгелендә Башҡортостанда 8895 янғын теркәлгән (былтыр – 9037, 1,5 процентҡа кәмегән), уларҙа 161 кеше һәләк булған. Был турала бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Эдуард Иҙрисов хәбәр итте.
“Граждандарҙың торлаҡтарын автономлы төтөн хаҡында иҫкәрткән приборҙар менән йыһазландырыу буйынса республика программаһының һөҙөмтәлелеге арҡаһында республикала янғындарҙа кешеләрҙең һәләк булыуы кәмей бара: 745 кеше, шул иҫәптән 280 бала ҡотҡарылған. Был эш сиктәрендә республика Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында алдынғы урынды биләй”, – тип хәбәр итте ул.
Янғын йәһәтенән хәүефле миҙгелгә йомғаҡ яһап, Эдуард Иҙрисов төбәктә 737 ландшафт янғыны, шул иҫәптән 948 гектар майҙанда ҡоро үлән янып китеүен билдәләне.
– Янғындар һаны – өс тапҡырҙан ашыуға, ә майҙан 20 тапҡырға тиерлек кәмегән. Уттың тораҡ пункттарға һәм иҡтисад объекттарына күсеүе тыйылды, – тине ул.
Республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов, Башҡортостанда янғын хәүефһеҙлеге миҙгеле быйыл 15 апрелдә башланды, тип өҫтәне, һәм ул былтырғы менән сағыштырғанда сағыштырмаса тыныс үтте.
– Уҙған йылға ут сығыуҙар һаны ете тапҡырға кәмегән, ут ялмап алған майҙан буйынса 50 тапҡырға. Һүндереү оперативлығы – 100 процент, йәғни бөтә янғындар ҙа бер тәүлектән әҙерәк ваҡыт эсендә һүндерелгән. Шулай уҡ бәхетһеҙ осраҡтарға, шул иҫәптән урман янғындарынан ауыл биләмәләренә һәм иҡтисад объекттарына күсеү осраҡтарына юл ҡуйылманы”, – тине министр.
Ул шулай уҡ, бөгөндән алып янғынға ҡаршы махсус режим бөтөрөлдө, әммә янғын хәүефе миҙгеле дауам итә, тип хәбәр итте.
– Урман янғыны бүлектәре көстәре һәм саралары әҙерлек режимында, – тип белдерҙе Марат Шәрәфетдинов.
Фото: МЧС РБ.