

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Шахтау биҫтәһендә 13 йәшлек ҡыҙ туғандарын янған йорттан алып сыҡҡан. Ведомство мәғлүмәттәрендә әйтелеүенсә, янғын ваҡытында бинала биш кеше булған. 13 йәшлек ҡыҙыҡай утты күреп ҡала һәм бөтә туғандарын ваҡытында сығарып өлгөрә. Билдәле булыуынса, бында туғыҙ балаһы менән күп балалы әсә йәшәгән. Балаларҙың икәүһе дауаханаға оҙатылған. Белгестәр билдәләүҙәренсә, янғында һәләк булғандар юҡ.
«Хәлдең сәбәптәре асыҡлана, әле унда янғын лабораторияһы эксперты һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәре эшләй. Балаларҙы артабан ҡайҙа урынлаштырыу тураһында мәсьәлә ҡарала», - тип хәбәр итте Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика бүлексәһе.
Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, ҡыҙҙың был аҙымы ҙур батырлыҡҡа тиң! Уның юғалып ҡалмауы арҡаһында һеңле һәм ҡустылары иҫән-һау ҡалған.
Йылытыу миҙгеле башланыу менән янғындар, унда һәләк булғандар һаны бермә-бер арта. Электр йылытҡыстарын дөрөҫ файҙаланмау, электр селтәренә ҙур көсөргәнеш булдырыу янғын сәбәбенә әүерелә. Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай, ти халыҡ. Ут менән һаҡ булығыҙ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.
Фото: "Башинформ".