

Төмән өлкәһе ЮХХДИ мәғлүмәте буйынса, ҡот осҡос авария 11 октябрҙә кискеһен теркәлгән. Төмән өлкәһенең Төмән - Ханты-Манси автомобиль юлында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
«ВАЗ 211440 автомобиле 21 сәғәт 20 минутта яҡтыртыу бағанаһына килеп бәрелә. Бәрелешеү шул тиклем көслө була: машиналағы дүрт кешенең өсәүһе урында уҡ һәләк була, берәүһе төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Автомобилдә Башҡортостандан вахта эшселәре барған. 32 йәшлек водитель һәм 53, 38 йәшлек ике пассажир ир һәләк булған. Йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған пассажирҙың шәхесе әлегә асыҡланмаған», - тиелә ведомство белдереүендә.
Ваҡиға урынында тикшереү бара, авария сәбәптәре асыҡлана.
Һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Йәнә бер тапҡыр хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: юлдарҙа тиҙлек режимын арттырмағыҙ!
Фото: "Башинформ"