Хәүефһеҙлек
14 Октября 2022, 08:14

Хәүефһеҙлек нигеҙе

Рәсәй Федерацияһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” өҫтөнлөклө милли проекты уңышлы бойомға ашырыла. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың һәммәһенең дә төп маҡсаты – граждандарҙың көнкүреш кимәлен яҡшыртыу, йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу.

Ысынлап та, һәр төбәктең тормош сифатын тәү сиратта юлдарға ҡарап баһалайҙар. Ошо маҡсат­тарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа, социаль бурыстарҙы хәл итеүҙә автомобиль юлдары ғәйәт ҙур роль уйнай. Беҙҙең республикала һуңғы йылдарҙа юл төҙөлөшөнә айырыу­са иғтибар йүнәлтелә. Тармаҡты үҫтереүгә Салауат районының юл төҙөлөш-ремонт идаралығы ла лайыҡлы өлөш индерә, ул – “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиә­тендә иң ҙур һәм алдынғы пред­приятиеларҙың береһе.  Бөгөнгө ҡатмарлы иҡтисади осорҙа ла тотороҡло эшләй һәм райондың, тотош республиканың юл селтәрен яҡшыртыуға ҙур өлөш индерә.  Идаралыҡҡа Ришат Ғафар улы Сафин етәкселек итә.

Предприятие ҡарамағында 379 километр оҙонлоғонда юл селтәре иҫәпләнә. Уны тәртиптә һәм төҙөк тотоу өсөн юл ҡоролмаларының бөтөнлөгөн һаҡлау, хәрәкәт именлеген тәьмин итеү ҙур көс һәм ты­рышлыҡ талап итә. Хәҙер техника ағымы көслө, юлдарға көсөргәнеш төшә, шуға күрә уларҙы яңыртып, төҙөкләндереп торғанда ғына, хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайтып була. Быйыл туғыҙ ай һөҙөмтәләре буйынса Салауат районы юлсылары йөкмәтелгән бурыстарҙы ҙур яуап­лылыҡ менән башҡарҙы. Һикһәнгә яҡын кеше хеҙмәт иткән предприятие быйыл да планлаш­тырылған эштәрҙе ваҡытында башҡарҙы һәм юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын лайыҡлы ҡаршылай. Кропачево – Мәсәғүт – Әсет юлында  ете километр, Покровка – Черепан юл араһындағы биләмәләрҙә  3,5 километр юл ремонтланған. Бынан тыш, Малаяҙ ауылы урамдарында  һәм тотош районда юлдар төҙөк­ләндерелгән, ҡалҡыу урындарҙы грейдерҙар ярҙамында тигеҙләп сығыу буйынса байтаҡ эш баш­ҡарылған.

Асфальт-бетон заводында ремонт яһалған, эҫе һәм һыуыҡ материалдар өсөн махсус бункер ҡуйылған, киптергес ҡоролмаһы яңыһына алмаштырылған. Әйткән­дәй, асфальт-бетон заводы туғыҙ айҙа 15642 тонна асфальт етеш­тергән. Аттестация үткән лабораторияла һәр ваҡыт әҙер продукция­ның сифаты тикшерелә. Завод биләмәһендә махсус ваҡлау-сортҡа айырыу комплексы бар.  Эш өсөн материалдар Юныс ауылындағы карьерҙа етештерелә. Идаралыҡ 15 күперҙе, 242 торбаны, шул иҫәптән 125 таш һәм бетон, 117 металл торбаларҙы һәм бихисап юл тамғаларын хеҙмәт­ләндерә. Заказдарҙы ваҡытында һәм юғары сифатлы итеп башҡарыу матди-техник базаның ныҡлығына һәм коллек­тивтың һөнәри әҙерлегенә бәйле.

Техника паркы ҡеүәтле, һәм ул йылдан-йыл хәҙерге заман технологияларына ҡоролған техника иҫәбенә тулылана.  Бында үҙ эшен яратҡан тырыш коллектив туп­ланған. Асфальт-бетон заводы операторы Аданис Йыһаншин, шофер­ҙар Николай Матвеев, Сергей Самарин, юл эштәре мастеры Павел Юдин, асфальт һалыусы оҫталар Артур Бәширов, Айрат Ишмөхә­мәтов, етештереү-техник бүлеге етәксеһе Клара Решетова һәм башҡа уңғандар – коллективтың таянысы. Шуны ла билдәләү мөһим: иң оҫта юл эшсеһе Илшат Мөхәмәтйәров  һәм оператор Урал Тәҡиуллин Луганск Халыҡ Респуб­ли­каһында юл инфраструктураһын тергеҙеүҙә ҡатнашты.

Шуныһы һөйөнөслө: барыһын да уртаҡ маҡсат берләштерә. Табышлы эшләгәс, юлсыларға иғти­бар ҙур. Хаҡлы ялдағылар ҙа онотолмай, йәштәр ҙә ситтә ҡалмай, коллектив килешеүендә ҡаралған барлыҡ ярҙам да күрһәтелә. Спорт сараларында ла әүҙем ҡатнаша хеҙмәткәрҙәр. Тәжрибәле етәксе Ришат Ғафар улына ябай хеҙмәт кешеһенең һөйөнөстәре лә, көйө­нөс­тәре лә яҡшы таныш. Шуға ла юлсыларҙың ауыр хеҙмәте һәм оҫталығы үҙ ваҡытында баһала­нырға тейешлеген яҡшы аңлай.

Салауат районы юлсыларының табышлы эшләүе – “Башкиравтодор” йәмғиәте һәм үҙҙәре өсөн дә файҙа, шул уҡ ваҡытта һалым кү­сереп, республика, район ҡаҙнаһын да даими тулыландыра.

Алда яуаплы осор – ҡыш етә, әммә Салауат районы уңғандары был осорҙо йылдағыса ныҡлы әҙерлек менән атҡарып сығасаҡ. “Юлдарҙың торошо – юлсыларҙың именлеге” тигән фекерҙе һәр кем тойоп эшләй бында.

- Г. СӘХИЕВА 

Читайте нас