

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан белдереүҙәренсә, алдағы ял көндәрендә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә: ямғыр, төндә ҡар ҡатыш ямғыр.
Юлдарҙың айырым участкаларында томан, күреүсәнлек һәләте 500 метр һәм унан да насарыраҡ буласаҡ.
Юл хеҙмәттәре юлда бик һаҡ булырға, тиҙлек режимын, арауыҡты һаҡларға, тәртипһеҙ рәүештә икенсе һыҙаттарға сығыуҙан тыйылырға, ҡапыл туҡтамаҫҡа (тормозға баҫмаҫҡа) кәңәш итә.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу телефоны – 112.
Башҡортостан Юл хужалығы идаралығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән диспетчер хеҙмәте телефоны:8-927-955-11-00.
Фото: pogoda.ru