Хәүефһеҙлек
15 Октябрь 2022, 14:00

Ирҙәр тейәлгән автомобиль ауып...

"Бөгөн Яңы Абдуллаға ингән ерҙә үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде", - тип хәбәр итте ЮХХДИ етәксеһе.

Ирҙәр тейәлгән автомобиль ауып...Ирҙәр тейәлгән автомобиль ауып...
Ирҙәр тейәлгән автомобиль ауып...

Бөгөн Шишмә районында "Ягуар" автомобиле юлдан ситкә осоп, бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Был хаҡта Башҡортостандың ЮХХДИ начальнигы Владимир Севастьянов Телеграмдағы каналында хәбәр итә.

"Бөгөн Яңы Абдуллаға ингән ерҙә үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Автомобиль салонындағы тағы өс ир төрлө йәрәхәттәр алған", тип яҙған ул.

Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм белгестәре эшләй, улар авария сәбәптәрен асыҡлай.

Хәбәр ителеүенсә, ял көндәрендә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтәлә. Шуға күрә юл хеҙмәттәре бик һаҡ булырға, тиҙлек режимын, арауыҡты һаҡларға, тәртипһеҙ рәүештә икенсе һыҙаттарға сығыуҙан тыйылырға, ҡапыл туҡтамаҫҡа (тормозға баҫмаҫҡа) кәңәш итә.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: "Башинформ".

Ирҙәр тейәлгән автомобиль ауып...
Ирҙәр тейәлгән автомобиль ауып...
Автор:Карима Усманова
Читайте нас