Хәүефһеҙлек
17 Октябрь 2022, 06:00

Юлдарҙа авариялар һаны кәмемәй

Күп осраҡта йәйәүлеләр үҙҙәре үк аварияға сәбәпсе

Юлдарҙа авариялар һаны кәмемәйЮлдарҙа авариялар һаны кәмемәй
Юлдарҙа авариялар һаны кәмемәй

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сираттағы эш аҙнаһы ла күңелһеҙ ваҡиғалар менән башланды. 

Бөрө районында төн уртаһында Бөрө - Осиновка - Ямаш автомобиль юлының 1-се саҡрымында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, 21 йәшлек ҡыҙ рулгә ултырып, кюветҡа төшкән һәм электр бағанаһына бәрелгән. Шунан һуң сит ил машинаһы янып китә. Авария һөҙөмтәһендә автомобиль водителе һәм 22 йәшлек пассажир дауаханаға оҙатылған. Пассажир күпмелер ваҡыттан һуң урындағы дауахананың реанимация бүлегендә йән биргән. Билдәле булыуынса, автомобиль закон менән билдәләнгән тәртиптә теркәлмәгән.

Тағы бер үлемесле фажиғә Өфө - Инйәр - Белорет автомобиль юлының 34-се саҡрымында теркәлгән. "Hyundai Accen" сит ил автомобилендәге 26 йәшлек водитель 66 йәшлек йәйәүлене тапатҡан. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, зыян күреүсе рөхсәт ителмәгән урындан юлға йүгереп сыҡҡан.

Шулай уҡ Өфөнөң Октябрь районының  СССР-ҙың 50 йыллығы урамында 18 йәшлек Өфө егете «ВАЗ-2114» автомобилендә билдәһеҙ йәйәүлене бәрҙергән. Юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә ир йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында уҡ  вафат булған.

"Ул йәйәүлеләр үткәүеленән тыш юл аша сығып барған. Полиция хеҙмәткәрҙәре ирҙең шәхесен, шулай уҡ юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай", - тип хәбәр итә ведомствонан.

Шаһиттар әйтеүенсә, тышҡы ҡиәфәте буйынса ир берәҙәккә оҡшаған. Ул коляскаһын һөйрәп юл аша сығып барған.

Нисек кенә ауыр булмаһан, күп осраҡта юл-транспорт ваҡиғаларына йәйәүлеләр үҙҙәре үк ғәйепле була. Кемдер рөхсәт ителмәгән урындан йүгереп сыға, водитель тормозға баҫып өлгөрә алмай ҡала йәиһә ҡараңғыла яҡтыртҡыс элементтар ҡуйылмаған кейемдәрҙә юлдан йөрөй. 

Һәр юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү эштәре башланған.

Водителдәргә иғтибарлылыҡты һәм уяулыҡты бер мәлгә лә юғалтмаҫҡа, юл ҡағиҙәләрен, бигерәк тә тиҙлек режимын теүәл, аныҡ үтәргә, башҡа кеше ғүмерҙәре өсөн дә яуаплы булыуҙарын онотмаҫҡа саҡыра Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Фото: ЮХХДИ.

Юлдарҙа авариялар һаны кәмемәй
Юлдарҙа авариялар һаны кәмемәй
Автор:Карима Усманова
Читайте нас