

Кисә, 17 октябрҙә, Нефтекама ҡалаһында йәшәгән ғаилә ҡот осҡос фажиғә кисергән. Сабыйҙың атаһы менән әсәһе дүрт айлыҡ ҡыҙҙарын карауатта үле килеш тапҡан.
Фажиғә алдынан баланың ауырығанлығы мәғлүм булған. Уның тән температураһы күтәрелгән, төндә әсәһе дарыу биргән. Ҡыҙ йөҙтүбән ятып йоҡлап киткән. Иртәгеһенә, сәғәт иртәнге 11.00 тирәһендә, сабыйҙың йөрәге тибеүҙән туҡтаған.
Ваҡиға урынында “Ашығыс ярҙам” бригадаһы сабыйҙың үлемен теркәгән. Әле хоҡуҡ һаҡлаусылар сабыйҙың нилектән йөрәге туҡтауы, үлемгә нимә сәбәп булыуы буйынса тикшереү уҙғара.
Ата-әсәнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Уларға сабырлыҡ һәм түҙемлек теләйбеҙ.
Фото: "Башинформ".