Хәүефһеҙлек
19 Октябрь 2022, 06:00

Һуңғы тапҡыр магазин янынан шылтыратҡан...

Өфөгә китеп ғәйеп булған ирҙе эҙләйҙәр.

Һуңғы тапҡыр магазин янынан шылтыратҡан...Һуңғы тапҡыр магазин янынан шылтыратҡан...
Һуңғы тапҡыр магазин янынан шылтыратҡан...

Башҡортостанда 62 йәшлек Заһит Әүхәҙиев юғалған. Был турала “Поиск детей-Башкортостан” эҙәрмәндәр төркөмө хәбәр итә. Эҙләү 18 октябрҙә иғлан ителгән.

Хәбәр итеүҙәренсә, ир 17 октябрҙә Кушнаренконан Өфө ҡалаһына ҡара төҫтәге Kia Sorento машинаһында киткән булған.

– Кис көнө “Леруа Мерлен” магазины янында телефон аша һөйләшкән, шунан һуң бәйләнеш өҙөлгән, – ти ирекмәндәр.

Ирҙең билдәләре: буйы 180 см, тулы кәүҙәле, күҙҙәре һоро-күк төҫтә. Ҡара куртка һәм кофта, ҡара джинсы салбар кейгән булған.

“Ирҙе күргән кешеләрҙең 112 йәки 8-927-969-89-19, 8-917-383-56-87 (“Поиск детей- ңБашкортостан” ойошмаһының дежур номеры) телефондары буйынса мөрәжәғәт итеүҙәрен һорайбыҙ”, - ти ирекмәндәр.

Фото: "Поиск детей - Башкортостан". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас