Хәүефһеҙлек
21 Октябрь 2022, 15:30

Туғандар табылған да бит...

Октябрь башында юғалған Лоҡмановтарға нимә булған? 

Туғандар табылған да бит...Туғандар табылған да бит...
Туғандар табылған да бит...

9 октябрҙә Ишембайҙа йәшәгән ике туғандарҙың - Азат менән Ришат Лоҡмановтарҙың юғалыуы тураһында хәбәр иткәйнек.

Уларҙың “ВАЗ-2114” автомобиленә ултырып сығып киткәне билдәле. Ә ҡайҙа юлланғанын бер кем дә белмәгән.

Бөгөн егеттәрҙе эҙләүҙең туҡталыуы билдәле булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы үле килеш тапҡандар. Был турала “Отклик” эҙләү-ҡотҡарыу отряды ирекмәндәре хәбәр итә. Азат менән Ришаттың нилектән вафат булғаны тураһында әйтелмәгән.

Егеттәрҙең ғаиләләренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Фото "Отклик" отряды төркөмөнән.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас